Милли проекттар
5 Декабрь 2023, 06:30

Заманса шарттар ауылға ла килә

Заманса бинала Бәләбәй медицина колледжын тамамлап,  “Ауыл табибы” программаһында ҡатнашҡан фельдшер Надежда Кириллова эшләйәсәк.

Заманса шарттар ауылға ла киләЗаманса шарттар ауылға ла килә
Заманса шарттар ауылға ла килә

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Бәләбәй районының Рассвет ауылында оҙаҡламай яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуы көтөлә. Медицина эшмәкәрләгенә лицензия алынғас, яңы пунктта эш гөрләйәсәк.

65 квадрат  метр майҙанды биләгән бинала өлкәндәрҙе һәм балаларҙы ҡабул итеү, процедура, көнкүреш бүлмәләре бар. Юғары тиҙлекле интернет эшләйәсәк. Медицина пунктының сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн пандус менән йыһазландырылыуы   ҙур уңайлыҡ тыуҙыра. Заманса бинала Бәләбәй медицина колледжын тамамлап, “Ауыл табибы” программаһында ҡатнашҡан  фельдшер Надежда Кириллова эшләйәсәк.

– Уңайлы һәм заманса бинала квалификациялы медицина ярҙамы алыу күптән көтөп алынған күңелле ваҡиға. Заманса шарттар хәҙер ауылда ла буласаҡ, – ти үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рөстәм Рим улы Ишмурзин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас