Милли проекттар
10 Декабрь 2023, 05:30

Данлы Асылыкүлгә илткән юлды ипкә килтерҙеләр

Өҫтәүенә был юл участкаһы республикабыҙҙың ике районын бәйләй

Данлы Асылыкүлгә илткән юлды ипкә килтерҙеләрДанлы Асылыкүлгә илткән юлды ипкә килтерҙеләр
Данлы Асылыкүлгә илткән юлды ипкә килтерҙеләр

Дәүләкән районының Ивановка ауылы эргәһендәге өс километрлыҡ юл япмаһын ипкә килтерҙеләр, тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Бында юл төҙөүселәр ике ҡатлы асфальт һәм бетон япмаһын, ваҡ таш һәм цемент ҡушып, заманса технологиялар буйынса һалғандар. Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов һүҙҙәренә ҡарағанда, был япманың мөмкинлектәрен генә түгел, файҙаланыу ваҡытын да оҙайта. 

Подрядсылар шулай уҡ юл сиктәрен нығытты һәм юҙ һыҙыҡтарын һыҙҙы. Бүздәк – Дәүләкән юлының  был участкаһы ике районды бәйләй һәм туристарҙа, сәйәхәтселәрҙә ҙур һорау менән файҙаланыла, сөнки йыраҡ түгел Асылыкүл урынлашҡан. Уның ярҙары буйында республикабыҙҙа һәм күрше төбәктәрҙә йәшәүселәр ял итергә ярата. Өҫтәүенә юл селтәренең был участкаһы - Башҡортостандағы юлдарҙың төп өлөштәренең береһе. Уға юғары трафиклы федераль һәм төбәк автомобиь юлдары ҡарай.

Дәүләкән районындағы был юл участкаһындағы эштәр “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные дороги”) ярҙамында атҡарылған. Был милли проект Рәсәйҙең 84 төбәгендә һәм 105 ҡала агломерацияһында тормошҡа ашырыла. Проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан барлыҡҡа килгән.

Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте; фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас