Милли проекттар
10 Декабрь 2023, 03:30

Иң тәүге өсәү араһындабыҙ

Республиканың Адаптив спорт әҙерлеге үҙәге былтыр реорганизация юлы менән барлыҡҡа килгәйне

Иң тәүге өсәү араһындабыҙИң тәүге өсәү араһындабыҙ
Иң тәүге өсәү араһындабыҙ

Башҡортостандың Адаптив спорт үҙәге 2023 йылдың “Милли спорт премияһы” конкурсы һөҙөмтәләре буйынса иң тәүге өсәү араһына ингән. Шулай итеп, спорт ойошмаһы “Адаптив спорттың иң яҡшы ойошмаһы” номинацияһында финалға сыҡҡан.

Республиканың Адаптив спорт әҙерлеге үҙәге былтыр реорганизация юлы менән барлыҡҡа килгәйне. Бөгөн комплекста 25 спорт төрө буйынса спорт әҙерлегенең өҫтәмә белем биреү программалары тормошҡа ашырыла.

“Башҡортостан Республикаһының Адаптив спорт үҙәгенең был абруйлы номинацияла финалға сығыуы менән ғорурланабыҙ. Беҙгә ынтылаһы һәм бойомға ашыраһы маҡсаттар бар әле”, - тип яҙҙы үҙенең телеграм-каналында республиканың спорт министры Руслан Хәбибов.

Башҡортостанда спортҡа, шул иҫәптән адаптив спортҡа ҙур иғтибар бүленеүе һөҙөмтәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары ярҙамында барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) бурыстары ла тормошҡа ашырыла.

Әйткәндәй, киләһе йылда Өфөлә “Рәсәй – спорт иле” форумы үткәрелә. Был хаҡта ил Президенты Владимир Путин быйыл 19 октябрҙә Пермдә "Рәсәй – спорт иле” XI халыҡ-ара форумын асҡанда белдергәйне.

Фото: БР Спорт министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас