

Ирекмән көнө алдынан Яңауыл районында хәрби хеҙмәткәрҙәргә – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүҙә әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм шәхси өлөшө өсөн райондың иң әүҙем ирекмәндәре хакимиәт башлығының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Сара "Мәғариф" милли проектының "Социаль әүҙемлек" федераль проекты маҡсаттарына ярашлы үткәрелде.
Шулай уҡ был көндә М.М.Шайморатов исемендәге урындағы ирекмәндәр штабының иң яҡшы ирекмәндәре рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Яңауыл районында М.Шайморатов исемендәге урындағы ирекмәндәр штабы Яңауыл ҡалаһы Йәштәр һарайы ҡарамағындағы “Беҙҙең хәстәрлек” штабы базаһында асылған. Бөгөнгө көндә штабта 93 волонтер иҫәпләнә, уларҙың 54-е – ауылда, 39-ы – ҡалала.
“Беҙҙеңсә, ирекмән – ул көсөн һәм ваҡытын йәлләмәйенсә, үҙ теләктәрен иҫәпкә алмайынса һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер кешеләр. Улар тормошто мәғәнә һәм шундай хаҡиҡәт менән байыта: донъяла изгелек бар саҡта, унда бәхеткә лә урын табылыр”, – тине ирекмәндәр штабы етәксеһе Альбина Сәләхова.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Яңауыл районы хакимиәте.