

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) сиктәрендә Благовещен –Павловка араһында трасса ремонтланды. Был турала Транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Благовещен районының Новонадеждино ауылынан йыраҡ түгел, подряд ойошмаһы юл япмаһын яңыртты, уларҙың ситтәрен нығытты, юл билдәләрен булдырҙы. Юл эштәренең дөйөм хаҡы 19 миллион һумдан артып китте.
- Благовещен – Павловка трассаһы – популяр туристик йүнәлеш. Ул республиканың иң ҙур яһалма һыу ятҡылығына - Павловка һыуһаҡлағысына илтә. Шулай уҡ был юл күп ауылдарға үтеү мөмкинлеген бирә. Шуға ла әлеге трассаны тейешле торошта тотоу мөһим, - тине Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.
Әйтергә кәрәк, 2023 йылда Благовещен – Павловка юлының өс участкаһы рәтләнде. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 7,3 километрға етә.
Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото:”Башинформ”