Милли проекттар
13 Декабрь 2023, 06:30

Лицензия алырға ғына ҡалды

 Заманса фельдшер-акушерлыҡ пунктына Раушания Халиҡова етәкселек итә

Лицензия алырға ғына ҡалдыЛицензия алырға ғына ҡалды
Лицензия алырға ғына ҡалды

Бөрйән районының Яңы Собханғол ауылында, ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, оҙаҡламай яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ.

Бинала бөтәһе лә әҙер, фельдшер, ҡабул итеү, процедура, дарыуҙар һаҡлау бүлмәләре бар, инвалидтар өсөн саҡырыу төймәһе, пандус урынлаштырылған. Бары медицина эшмәкәрлегенә лицензия алыу эше генә ҡалған.

 Заманса фельдшер-акушерлыҡ пунктына Раушания Халиҡова етәкселек итәсәк. Ул бында беренсе йыл ғына эшләй, ауыл халҡы уға ҙур өмөттәр бағлай.

–Яңы Собханғол ауылында 700-ҙән ашыу кеше йәшәй. Ауылдаштар ғына түгел, мин үҙем дә яңы пункттың асылыуын түҙемһеҙлек менән көтәм. Бында майҙан да ҙурыраҡ, ҡорамалдар ҙа яҡшы, – ти Раушания Халиҡова.

 Башҡортостанда бөгөн 2088 ФАП эшләй, 342-һе 2019-2023 йылдарҙа төҙөлдө.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 

 Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас