

2023 йылда “Башнефть” компанияһы (“Роснефть” нефть компанияһы структураһына инә) Башҡортостан Республикаһында 178 гектарҙан ашыу майҙанда 515 мең ағас үҫентеһе ултыртты. Саралар үткәреү “Экология” милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә. Һыу объекттарының торошон яҡшыртыу һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә иғтибар йәлеп итеү уның төп йүнәлештәренең береһе булып тора.
Нефтселәрҙең башланғысы менән “Йәшел Башҡортостан” проекты сиктәрендә Дәүләкән районының “Асылыкүл” тәбиғәт паркында 30 меңдән ашыу ҡарағай һәм ҡарағас барлыҡҡа килде. Иң ҡулай сәсеү урынын Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең биология институты эксперттары билдәләне. Был тәбиғәт паркы территорияһында урман массивын ойоштороу күлдең гидрологик режимын тергеҙеү өсөн уңайлы шарттар булдыра. Яңы урман биләмәне елдән һаҡлаясаҡ, һәм ҡар таралып бөтмәй. Был иһә шишмәләрҙең ҡороуына юл ҡуймаясаҡ һәм күлде тәбиғи һыу менән туйындырасаҡ. Шулай уҡ ул эрозия продукттарының, ауыл хужалығы ерҙәре янында урынлашҡан тупраҡтың минераль һәм органик матдәләрҙең һыу ятҡылығына үтеп инеүенә, күлдең яр буйҙарының йыуылыуына һәм һаҙланыуына юл ҡуймаясаҡ.
– Бындай саралар ярҙамында республика биләмәһендә яңынан булдырылған экологик зоналар бер нисә йылдан ылыҫлы урмандар барлыҡҡа килтерә һәм был территорияның экологик балансын һаҡлауҙа мөһим роль уйнаясаҡ. Йылдан-йыл предприятиеларҙың тәбиғәтте һаҡлауға үҙ өлөшөн индереүе һәм башҡа компанияларҙы ла ҡояш панелдәрен файҙаланырға, ҡалдыҡтарҙы эшкәртергә, һыуҙы ҡулланыуҙы ҡыҫҡартырға, халыҡтың экологик аңлылығын күтәрергә дәртләндереүе бик ҡыуаныслы. Предприятиеларҙың һәм йәмәғәтселектең экологик башланғыстарына беҙ һәр саҡ шатбыҙ. Мәҫәлән, Башҡортостан нефтселәре тәбиғәтте һаҡлауҙа әүҙем ҡатнаша һәм “Асылыкүл” Тәбиғәт паркы биләмәһендә ағастар ултырта, – тине тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.
Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.