Милли проекттар
21 Декабрь 2023, 05:00

Өс тапҡырға тиерлек арттырғандар

Башҡорт ононоң ҙур партияһын тәүге тапҡыр Афғанстанға оҙаталар

Өс тапҡырға тиерлек арттырғандарӨс тапҡырға тиерлек арттырғандар
Өс тапҡырға тиерлек арттырғандар

Быйыл Башҡортостандың он һуғыу предприятиелары сит илгә он поставкаһын өс тапҡырға тиерлек арттырҙы. Агропродукция экспортын үҫтереү “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының маҡсаттарының береһе булып тора, тип хәбәр иттеләр республиканың ауыл хужалығы министрлығында.

11 ай эсендә сит илгә һатыу өсөн дөйөм күләме 9,2 мең тонна булған 173 партия бойҙай һәм арыш оно оҙатыла. Уҙған йылдың ошо уҡ осоронда төбәк предприятиелары сит илгә 67 партия продукцияны экспортҡа сығарған. Шул уҡ ваҡытта оҙатылған продукция күләме генә түгел, ә тәьмин итеү географияһы ла арта. Атап әйткәндә, башҡорт ононоң ҙур партияһын тәүге тапҡыр Афғанстанға оҙаталар.

Бөтә он партиялары тейәп оҙатылғансы Россельхознадзорҙа тейешле тикшереү һәм рәсмиләштереү үткән. Продукция өлгөләре Башҡортостан һынау лабораторияһында лаборатория тикшеренеүҙәре тупланмаһын үтте.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға һәм Рәсәй тауарҙары экспортын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Рәмилә Мусина фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас