Милли проекттар
22 Декабрь 2023, 03:30

Ә бындай шыршы күргәнегеҙ бармы?

Туймазыла икенсел сеймалдан экошыршы ҡуйылды. 

Ә бындай шыршы күргәнегеҙ бармы?Ә бындай шыршы күргәнегеҙ бармы?
Ә бындай шыршы күргәнегеҙ бармы?

Башҡортостандың Туймазы ҡалаһында төп байрам – Яңы йыл алдынан икенсел сеймалдан йыйылған экологик шыршы барлыҡҡа килде. Ғәҙәти булмаған арт-объект ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторы – “Экология Т” компанияһы башланғысы буйынса төҙөлдө һәм ҡуйылды. Был сара “Экология” милли проекты маҡсаттарына ярашлы һәм ярҙамына үткәрелә.

Яңы йыл һылыуҡайын етештереү өсөн ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙан сортланған ПЭТ-шешәләр файҙаланылған. Шыршы булдырыу өсөн 1120 берәмек пластик тара киткән. Конструкция өсөн кәрәкле сеймалды Туймазыла сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы хеҙмәткәрҙәре һайлап алған. Бөтә материалдар ҙа ентекле таҙартылған һәм шыршыға ҡуйыу өсөн әҙерләнгән.

– Яңы йыл алдынан шыршы бөтәһенең дә кәйефен күтәреүҙән тыш, ҡалдыҡтар менән дөрөҫ эш итеүҙең мөһимлеген хәтергә төшөрә. Экологик шыршы менән февраль аҙағына тиклем һоҡланырға мөмкин. Шунан һуң ул һүтеләсәк, ә йәшел шешәләр эшкәртеүгә оҙатыласаҡ, унда яңы тауарҙар өсөн сеймал буласаҡ, – тип һөйләне компания вәкиле.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас