

Йыл башынан алып Башҡортостандың Транспорт министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзалары дөйөм оҙонлоғо 30 километрға тиң 18 объектты ҡараны, тип хәбәр итә төбәк ведомствоһы. Тикшереү “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли прокты сиктәрендә (национальный проект “Безопасные и качественные дороги” ) уҙғарылды.
Сыҡҡан ваҡытта йәмәғәтселәр Өфөлә, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында, Благовещен районында алып барылған юл-төҙөлөш эштәренең ни тиклем сифатлы булыуын тикшерҙеләр. Барлығы совет ағзалары һигеҙ тапҡыр сыҡты.
Йәмәғәт советы рәйесе Рөстәм Баязитов һүҙҙәренә ҡарағанда , иғтибарҙы объекттарҙың нормативҡа , хәүефһеҙлек критерийҙарына тура килеү -килмәүенә йүнәлтәләр, “Уңайлы мөхит” дәүләт программаһының үтәлешен тикшерәләр. Шулай уҡ эштәрҙең ваҡытында башҡарылыуына һәм дәүләт стандарттарына тура килеүенә иғтибар итәләр.
Тикшереүселәр ҙур булмаған етешһеҙлектәрҙе лә асыҡланы. Подрядсылар уларҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәл итәсәге тураһында бедерҙе.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылды. Милли проектта Рәсәйҙең 84 субъектынан ҡатнашалар.Уның сиктәрендә заманса технологиялар ҡулланып яңы күперҙәр, магистралдәр төҙөлә.
Фото: “Республика Башкортостан” гәзите.