Милли проекттар
24 Декабрь 2023, 05:30

Мәғлүмәтле лә, аныҡ та ысул

Хәҙерге ваҡытта колоноскопияны бер ысул да алмаштыра алмай.

Мәғлүмәтле лә, аныҡ та ысулМәғлүмәтле лә, аныҡ та ысул
Мәғлүмәтле лә, аныҡ та ысул

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы,  июнь айында заманса видеоколоноскоп алғайны

Ошо ярты йыл эсендә унда 67 кеше тикшереү үтте, табиптар яңы ҡорамалды практикала һынаны. Диагностиканан һуң өс пациентта яман  шешкә шик тыуған һәм улар артабан дауалау өсөн өҫтәмә тикшереүгә оҙатылған. Хәҙерге ваҡытта колоноскопия иң мәғлүмәтле ысул һанала.

– Видеоколоноскопия – электән үк диагностиканың үҙенсәлекле ысулы ул. Башҡа бер ысул да  уны алмаштыра алмай, бары ул ғына эсәклектең лайлалы тиресәһендәге үҙгәрештәрҙе яҡшы күрергә, биоматериалды алырға һәм тура эсәктә асыҡланған шештәр торошон баһаларға ярҙам итә.Бынан  тыш, бер үк ваҡытта шештәрҙе алып ташларға йәки гистологик анализ өсөн уларҙың өлөшсәләрен алырға мөмкин. Диагностиканың был төрө  йыуан һәм тура эсәктә полиптар йәки шештәр барлыҡҡа килеү хәүефенә дусар пациенттар өсөн яйлы, – тине табип-эндоскопист Вилнур Сәүбәнов.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

 

 

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас