

Республикала бер йыл эсендә 1100 интернет-станция яңыртылып, эш башланы, шул иҫәптән уларҙың 142-һе “Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Цифровая экономика”), тип хәбәр итә төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
“Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү.2.0” федераль проекты “Рәсәйҙең һанлы иҡтисады” милли проекты сиктәрендә халыҡ һаны 100-ҙән алып 500-гә тиклем булған ауылдарҙа федераль бюджет иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Башҡортостанда 2024 йылда федераль программа буйынса тағы ла 50 база станцияларын ҡуйыу ниәтләнә.
-Халыҡ һаны ҙур булмаған ауылдарҙы бәйләнеш менән тәьмин итеүҙе дәүләт үҙ иңенә алды. “Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү.2.0” федераль проекты сиктәрендә быға тиклем бөтөнләй бәйләнеш булмаған 242 ауылда мобиль интернет барлыҡҡа килде. Шулай уҡ операторҙар шәхси инвестициялар иҫәбенә элемтә инфраструктураһын да яҡшыртты, - тине Башҡортостандың һанлы үҫеш дәүләт идаралығы министры Геннадий Разумикин.
Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, мобиль интернет тиҙлеген арттырыу 44 районға ҡағылды.Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: “Башҡортостан”ДТРК-һы.