

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты буйынса (национальный проект “Производительность труда”) “Етештереү лидерҙары” программаһын Башҡортостандан 14 топ-менеджер тамамлаған. Был хаҡта Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы хәбәр итә.
- “Етештереүсәнлек лидерҙары” белем биреү программаһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендәге эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ярҙам сараларының береһе булып тора. Уның маҡсаты – заманса баҙар шарттарында предприятиеларҙың етештереүсәнлеген күтәреүгә системалы алымды формалаштырыу, - тине төбәктең Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
-Был программа топ менеджерҙарға санкция шарттарында эшҡыуарлыҡтың тотороҡлоғон һаҡлау өсөн аныҡ юл күрһәтә. Бындай белемгә һорау ҙа һәр ваҡыт арта бара. Биш йыл ваҡыт эсендә беҙгә 9 меңдән ашыу етәксене уҡытырға, һөҙөмтәлелекте күтәреү буйынса меңдән ашыу проект булдырырға тура килде, - тип һөйләне “Етештереүсәнлек лидерҙары” программаһы етәксеһе Екатерина Гришина.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.