Милли проекттар
31 Декабрь 2023, 05:15

Эшҡыуарҙар ярҙам сараларын яҡшы тип баһалай

Эшҡыуарҙарҙың дәүләт ярҙамы буйынса республикала тормошҡа ашырылған саралар менән ҡәнәғәтлек кимәлен асыҡлау буйынса һораулама үткәрелгән

Эшҡыуарҙар ярҙам сараларын яҡшы тип баһалайЭшҡыуарҙар ярҙам сараларын яҡшы тип баһалай
Эшҡыуарҙар ярҙам сараларын яҡшы тип баһалай

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы эшҡыуарҙарҙың дәүләт ярҙамы буйынса республикала тормошҡа ашырылған саралар менән ҡәнәғәтлек кимәлен асыҡлау буйынса һораулама үткәргән. Унда 92 респондент ҡатнашҡан. Уртаса балл мөмкин булған 5 балдан 4,27 балл тәшкил иткән, был былтырғы һөҙөмтәнән 0,2 балға юғары.

Респонденттар дәүләт ярҙамы алыу барышының шарттарын һәм ябайлығын, ярҙам төрҙәренең күплеген һәм башҡаларҙы баһалау мөмкинлегенә эйә булған.

Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов билдәләүенсә, ведомство бындай һорауламаны даими ойоштороп тора.

«Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү» милли проекты (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы май указына ярашлы раҫланды. Ул  бизнесты үҫтереүҙең бөтә этаптарында ла булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.

Фото: investrb.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас