Милли проекттар
4 Ғинуар 2024, 08:30

Бөрө колледжы 100 балл алды

Бөрө медицина-фармацевтика колледжы кластерҙар эшмәкәрлеген урынға барып яҡлау һөҙөмтәләре буйынса 100 балл тупланы.

Бөрө колледжы 100 балл алдыБөрө колледжы 100 балл алды
Бөрө колледжы 100 балл алды

Был эш “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”)  “Профессионалитет” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Проекттарҙы яҡлау Мәскәү өлкәһенең Реутов ҡалаһындағы Өҫтөнлөклә һөнәри әҙерлек үҙәгендә ойошторолдо. Бөрө колледжы бында Башҡортостандан берҙән-бер уҡыу йорто булараҡ сығыш яһаны һәм эшенең һөҙөмтәлелеге буйынса 100 балл алды.

Был сарала шулай уҡ проекттарҙың Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ чемпионатында ҡатнашыуы ла ҡаралды, Бөрө медицина-фармацевтика колледжы бында Топ-лидерҙар исемлегенә индерелдә.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас