Милли проекттар
4 Ғинуар 2024, 10:30

Өфөлә ул 29 километр тәшкил итәсәк

Быйыл республикабыҙ баш ҡалаһында дөйөм оҙонлоғо 29 километр булған 11 юл участкаһы ремонтланасаҡ.

Өфөлә ул 29 километр тәшкил итәсәкӨфөлә ул 29 километр тәшкил итәсәк
Өфөлә ул 29 километр тәшкил итәсәк

Быйыл республикабыҙ баш ҡалаһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные дороги”) ярашлы, дөйөм оҙонлоғо 29 километр булған 11 юл участкаһы ремонтланасаҡ.

Башҡортостан Хөмүмәте хәбәр итеүенсә, бөгөнгә был эш буйынса бөтә конкурс процедуралары үткәрелгән, төҙөлөш ойошмалары билдәле, эш май айында башланасаҡ.

“2024 йылдың иң әһәмиәтле объекттары – Шакшаға, Дим районына һәм Затон биҫтәһенә барған юлдар, Нижегородка биҫтәһендәге Благовар урамы. Һуңғыһы, мәҫәлән, тиҫтәләрсә йыл ремонт күрмәгән. Дим районының Магистраль урамында йәшәгәндәрҙән дә юлдың сифатына зарланған ялыуҙар күп килде. Уларҙы ла ремонтлаясаҡбыҙ. Финанслау күләме былтырғы кимәлдә ҡала һәм 2,4 миллиард һум тәшкил итә”, – ти Өфө ҡалаһының юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы төҙөү һәм ремонтлау идаралығы етәксеһе урынбаҫары Илшат Фәхретдинов.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас