Милли проекттар
4 Ғинуар 2024, 09:30

Учалыла Мәңгелек ут тоҡанды

Учалы ҡалаһында Ленин урамында Дан стелаһы биләмәһе ремонтланды.

Учалыла Мәңгелек ут тоҡандыУчалыла Мәңгелек ут тоҡанды
Учалыла Мәңгелек ут тоҡанды

“Торлаҡ һәм ҡаала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһына ярашлы, Учалы ҡалаһындағы Ленин урамында Дан стелаһы биләмәһе ремонтланды.

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, ошо майҙанда тирә-яҡты төҙөкләндереү буйынса күп төрлө эш башҡарылған, бынан тыш, Мәңгелек ут тоҡандырылған. Әле ошо биләмәнең тирә-яғында тротуарҙар эшләү, заманса яҡтыртҡыстар ҡуйыу, бордюрҙарҙы алмаштырыу планлаштырыла.

Министрлыҡ хәбәр итеүенсә, төҙөкләндереү урынын учалылар үҙҙәре рейтинг тауыш биреүе һөҙөмтәһендә һайлап алған.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас