Милли проекттар
6 Ғинуар 2024, 18:00

Йәшел шыршы бигерәк ҡупшы

Туймазыла пластик шешәләрҙән эшләнгән шыршы ҡуйғандар. Был ҡупшыҡайҙы эшләүгә нисә пластик шешә ҡулланылған тип уйлайһығыҙ? 

Йәшел шыршы бигерәк ҡупшыЙәшел шыршы бигерәк ҡупшы
Йәшел шыршы бигерәк ҡупшы

Башҡортостанда пластик шешәләрҙән эшләнгән шыршы ҡуйылған. Туймазыла "Экология" милли проекты сиктәрендә икенсел эшкәртеүгә ебәрелгән материалдарҙан эшләнгән шыршы фотоһы үҙенә күрә бер символға әйләнде.

Шыршыны “Экология Т” төбәк операторы эшләгән. Файҙаланылған йәшел шешәләр ентекле таҙартыған. Ә яҙын уларҙы ҡайтанан эшкәртеүгә ебәрәсәктәр. Шыршыны ҡороу өсөн 1120 берәмек пластик шешә файҙаланылған

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас