Милли проекттар
9 Ғинуар 2024, 06:30

Хеҙмәттәре еңелләштерелә

Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыусылар өҫтәмә курста уҡыны. 

Хеҙмәттәре еңелләштереләХеҙмәттәре еңелләштерелә
Хеҙмәттәре еңелләштерелә

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышында Башҡортостан Республикаһы компетенцияларының төбәк үҙәге эксперттары “Техномаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм “Беринг” компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәрен SMED – тиҙ арала ҡайтанан көйләү һәм OEE – ҡорамалдарҙың һөҙөмтәлелеге анализы курстары буйынса уҡытты. Был хаҡта БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов һөйләне.

– Милли проектты тормошҡа ашырыу программаһы буйынса предприятиелар хеҙмәткәрҙәре һаҡсыл эшләргә өйрәнә һәм үҙәк эксперттары булышлығында пилот ағымында алған күнекмәләрен үҙләштерә. Уҡытыу ярҙамында улар юғалтыуҙы үҙ аллы билдәләп, уларҙы бөтөрә, шулай уҡ предприятиеларҙың эске резервтарын таба һәм рациональ файҙалана аласаҡ, – тине Айрат Фәхретдинов.

Тиҙ арала ҡорамалдарҙы яңынан көйләү – һаҡсыл етештереүҙең бер ысулы. Ул ҡорамалдарҙы яңынан йыһазландырғанда сығымдарҙы һәм юғалтыуҙарҙы ҡыҫҡартыу ысулы булып тора. Уның нигеҙендә штамплау пресының тренажер-симуляторы менән эшләү ята. Улар үҙгәртеп ҡороу процесына сума, проблемаларҙы асыҡлай һәм уларҙы бөтөрә, яйлап ҡайтанан көйләү ваҡытын минималь хәл итеүгә тиклем ҡыҫҡарта.

Республика компетенциялар үҙәге эксперты Александр Кириллов һүҙҙәренсә, әлеге тренинг ҡатнашыусыларҙың предприятиелағы үҙгәртеп ҡороу процесына ҡарашын үҙгәртә, уны ҡулайлаштырыу өсөн ҡарарҙар табырға мөмкинлек бирә. Уҡытыу уйын формаһында алып барыла, был ҡатнашыусыларға еңел генә материалды үҙләштереп, алған белемдәрен практикаға күсерергә мөмкинлек бирә.

Производство процесына йәлеп ителгән станоктарҙы, машиналарҙы һәм механизмдарҙы ҡулланыу потенциалын ҡорамалдарҙың һөҙөмтәлелеген анализлау ярҙамында билдәләргә мөмкин. Тренингтың маҡсаты – ҡорамалдың һөҙөмтәлелек коэффициентын иҫәпләргә өйрәтеү һәм ҡорамалдың эшкә һәләтлелегенә һәм етештереүсәнлегенә йоғонто яһаусы шарттарҙы өйрәнеү.

Һаҡсыл етештереү буйынса тренингтарҙа ҡатнашыуға ғаризаны 7(347)246-83-65 телефоны йәки ppt@bashkortostan.ru электрон почтаһы буйынса ебәрергә мөмкин

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда”) 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын биш процентҡа арттырыу өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Әле Башҡортостанда милли проектта ҡатнашҡан предприятиелар менән 164 килешеү төҙөлгән. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашырға теләгән предприятиелар производительность.рф сайтында заявка бирә ала.

Фото: БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас