Милли проекттар
9 Ғинуар 2024, 05:30

Мәшғүллек үҙәге наградалар яулай

Бөтә Рәсәй конкурсында һөҙөмтәләре тос.

Мәшғүллек үҙәге наградалар яулайМәшғүллек үҙәге наградалар яулай
Мәшғүллек үҙәге наградалар яулай

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығында мәшғүллек өлкәһендә Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары тәбрикләнде.

Унда Башҡортостандың Мәшғүллек үҙәге бер юлы ике наградаға лайыҡ булды. Республиканың мәшғүллек үҙәгенең “Эш биреүселәрҙе йүнәлтеү” проекты “Йылдың иң яҡшы проекты” номинацияһында 1-се урын яуланы. Үҙәктең Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса филиалы “1-се кимәлдәге мәшғүллек үҙәктәре араһында иң яҡшы үҙәк” номинацияһында 2-се урынға лайыҡ булды. Мәшғүллек үҙәген яңыртыу “Демография” милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Демография”) башҡарыла.

- Үҙебеҙҙең һөнәри команда, битараф булмаған коллегаларым  менән ғорурланам. Был конкурс икенсе тапҡыр уҙғарыла. Һәм йәнә Башҡортостан – еңеүселәр рәтендә. Мәшғүллек тураһында яңы закон, комплекслы модернизациялау, был конкурс һәм төбәктәргә иғтибар – ошоларҙың барыһының да бер өлөшө булыу ҙур бәхет. Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығына төбәктәргә ярҙамы өсөн  рәхмәт, - тине Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау миистры Ленара Иванова.

Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. 

Әйтергә кәрәк, республикала быйыл мәшғүллек үҙәге комплекслы модернизацияланасаҡ.

Фото:"Башинформ".

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас