Башҡортостан Республикаһында йыл һайын “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә йәмәғәт киңлектәре яңыртыла.
Төҙөкләндерелгән биләмәләрҙең береһе – Краснокама районы Николо-Берёзовка ауылының үҙәк майҙанындағы сквер. Милли проект ярҙамында ауыл халҡы ял итеү өсөн уңайлы урын алды. 2022 йылда https://02.gorodsreda.ru сайтында 2023 йылда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт биләмәһе өсөн тауыш биреү үтте. Краснокама районында йәшәүселәргә һайлауға ике биләмә тәҡдим ителгән. Бөтәһе 3569 кеше тауыш биргән. Еңеүсе проект итеп Николо-Берёзовка ауылының үҙәк майҙанындағы сквер һайланған, уның өсөн 2770 тауыш бирелгән.
Яңы сквер үҙәкте биҙәй һәм ауыл халҡын, ҡунаҡтарын ҡыуандыра. Ауыл халҡы өсөн был мөһим объект, асылда, яңынан барлыҡҡа килгән йәмәғәт киңлеге. Сквер халыҡты йәлеп иткән тағы ла бер урынға әүерелде һәм яңы фотоһүрәттәр төшөрөү өсөн сәбәп булды. Бынан тыш, кискеһен бәләкәй архитектура формаларын яҡтыртыу иҫәбенә был урын тағы ла үҙенсәлеклерәк күренә.
Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Краснокама районы хакимиәте.