Ҡыйғы районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла.
Райондың бизнес-шәрифе Рим Фәссәлов белдереүенсә, Әҙил Әхмәтдинов үҙенең фермерлыҡ хужалығын 2012 йылда ойошторған. 2021 йылда Ҡыйғы районы хакимиәтенә "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нә мөрәжәғәт итә, унда уның ауыл хужалығы техникаһы һатып алыу буйынса проекты ҡарала.
Эшҡыуарға «Ҡыйғы районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү» программаһында ҡатнашыуға заявка бирергә кәрәк тигән ҡарар ҡабул ителә. Программала ҡатнашыу һөҙөмтәһендә эшҡыуар трактор һатып алыуға сығымдарҙы ҡаплау өсөн 312 мең һум күләмендә субсидия алыуға ирешә.
Хәҙер уның фермер хужалығы - Ҡыйғы районында иң уңышлы үҫешкәндәрҙең береһе. Хужалыҡта - 1026 гектар эшкәртелгән һөрөнтө ер, шул иҫәптән 386 гектар күп йыллыҡ үлән, 640 гектар иген һәм техник культуралар, 50 баш эре мал бар.
Эшҡыуарҙар һәм уларҙың тормошҡа ашырылған проекттары өсөн шатбыҙ. Теләгән һәр кем бизнес-идеяларға ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәт итә ала. Аҙна һайын кесаҙна көндәрендә үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре"нә Ҡыйғы район хакимиәтенә саҡырабыҙ. Ғаризаны 8-917-442-77-30 телефоны буйынса ҡалдырырға мөмкин.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.
Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.