2023 йылдың 30 декабренән 2024 йылдың 14 ғинуарына тиклем Башҡортостан мәктәптәре уҡыусылары араһында «Ҡышҡы әкиәт» республика фотоһүрәттәр конкурсы уҙҙы. Ул каникул ваҡытында балаларҙы ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеү маҡсатын ҡуйҙы.
Конкурс барышында «Бәйләнештә» социаль селтәрендә төрлө номинациялар буйынса 838 фотоһүрәт баҫылған.
Бәйге түбәндәге номинациялар буйынса ойошторолған:
- «Ҡар балалары» (традицион ҡышҡы уйындар менән шөғөлләнгән – ҡар бәрешеп уйнаған, санала һәм саңғыла шыуған, Ҡарбабай әүәләгән балаларҙың фотоһүрәттәре);
- «Әкиәти ҡыш» (ҡышҡы пейзаждарҙың фотоһүрәттәре);
- «Тылсымға яҡын: Яңы йыл деталдәре» (яңы йыл декорацияларының, уйынсыҡтарҙың, биҙәүестәрҙең, байрам символдарының, тәбиғи ҡышҡы күренештәрҙең ваҡ элементтарын күрергә мөмкинлек биргән макрообъектив файҙаланып эшләнгән фотоһүрәттәр).
Конкурс йомғаҡтары буйынса жюри 62 еңеүсене билдәләне.
“Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ҡотлайбыҙ һәм һәләттәрегеҙҙе асып, үҙегеҙҙең уникаль эштәрегеҙ менән ҡыуандырып, матур, илһамландырғыс фотоһүрәттәрҙе төшөрөүегеҙҙе дауам итеүегеҙҙе теләйбеҙ!” – ти конкурсты ойоштороусылар.
Конкурста ҡатнашҡан уҡыусыларҙың ижад емештәренең бер өлөшө менән сайттағы фотолар аша танышырға мөмкин.
Балаларҙы ижади йәһәттән үҫтереүҙе, файҙалы шөғөлдәргә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.
Фотолар һәм сығанаҡ: education.bashkortostan.ru