Милли проекттар
24 Января 2024, 06:30

Ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла экскурсия

Йәш янғын һүндереүселәр дружинаһы Нуриман районының янғын һүндереү часында булды. 

Ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла экскурсияҠыҙыҡлы ла, файҙалы ла экскурсия
Ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла экскурсия

"Мәғариф" милли проекты сиктәрендә Нуриман районы Красная горка ауылындағы йәш янғын һүндереүселәр дружинаһы отряды ауылдың 105-се янғын һүндереү часында булды.

Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғындарҙы иҫкәртеү буйынса инструкторҙары Динар Сабиров һәм Зөлфиә Фәттәхова йәш янғын һүндереүселәр дружинаһы менән янғын хәүефһеҙлеге буйынса дәрес үткәрҙе. Улар уҡыусыларға йышыраҡ ниндәй янғындар сығыуы, уларҙың төп сәбәптәре тураһында һөйләне. Балалар ашығыс хеҙмәттәрҙең 101 һәм 112 телефондарын ҡабатланы.

Экскурсияның иң ҡыҙыҡлы өлөшөндә – янғын-ҡотҡарыу техникаһын һәм ҡотҡарыу ҡорамалдарын күрһәтеү. Янғын часы гаражында балаларға төрлө машиналар, уларҙың эске йыһаздары, хәрби кейем-һалымды күрһәттеләр, янғын һүндереүселәрҙең эше менән ентекле таныштырҙылар.

 – Экскурсия ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. Балалар бик ҡәнәғәт. Янғын-ҡотҡарыу бүлегенә экскурсия – балаларға янғын һүндереүсе һөнәренең мөһимлеге тураһында һөйләүҙән тыш, көнкүрештә үҙеңде хәүефһеҙ тоторға өйрәтеүҙең шәп ысулы ул, – тине Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты инструкторы Динар Сабиров.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование") милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Нуриман районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас