Милли проекттар
26 Ғинуар 2024, 05:30

Асҡында Өфө вузының кабинеты асылды

Ҡайһы юғары уҡыу йорто менән бәйләнеш булдырылған?  

Асҡында Өфө вузының кабинеты асылдыАсҡында Өфө вузының кабинеты асылды
Асҡында Өфө вузының кабинеты асылды

Өфө дәүләт нефть-техник университетының кабинеты Асҡын ауылының 1-се мәктәбендә асылды. Был эш “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование” ) сиктәрендә башҡарылды, тип хәбәр итә Асҡын районы хакимиәте.

ӨДНТУ-ның класы үҙенең һөнәрен техник йүнәлеш менән бәйләргә теләгән 9-11 кластарҙы берләштерә. Улар өсөн семинарҙар һәм конференциялар үткәреләсәк. Мәктәп уҡыусылары вуз ойошторған семинарҙарҙа һәм конференцияларҙа ҡатнашасаҡ. Был иһә уҡырға ингәндә өҫтәмә балл бирәсәк. Шулай уҡ республиканың әйҙәүсе юғары уҡыу йорттарына барыу ҙа планлаштырыла.  

 - Киләсәктә ӨДНТУ класын 2-се мәктәптә лә булдырыу ниәтләнә. Бынан тыш «предуниверсарий» асыу ниәте лә бар. Был иһә уҡыусыларҙы бишенсе кластан вузға инеүгә әҙерләй, - тиелә яҙмала.

“Мәғариф” милли проектының маҡсаты  (национальный проект “Образование”) – Рәсәйҙә барлыҡ балаларҙың һәләтен асыу өсөн тигеҙ мөмкинлектәр тыуҙырыу.Ил буйынса мәктәптәр, колледждар, техникумдар асыла, улар заманса ҡорамал менән тулылана. Милли проекттар Рәсәй Президенты ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас