“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) юл эштәрен башҡарыуға подрядсылар билдәләү буйынса конкурс процедуралары тамамланды.
Барлығы 29 километр оҙонлоғонда 11 юл участкаһы төҙөкләндереләсәк. Исемлеккә Благовар, Дзержинский, Ҡулса (Рәсәй урамынан Октябрь проспектына тиклем) , Магистраль (Дағстан урамынан Новороссийская урамына саҡлы), Яр буйы (Замандаш урамынан Маршал Жуков урамына тиклем), Рихард Зорге (СССР-ҙың 50 йыллығынан Шәфиев урамына саҡлы).
Бынан тыш, Өфө-Дим трассаһында (Флот тыҡрығынан Дим йылғаһы аша күпергә тиклем), Өфө – Затон трассаһының урау юлы (Ағиҙел йылғаһы аша күперҙән Мебельщиков тыҡрығындағы юлғаса) ремонтлана.
Шулай уҡ планда Галечная урамы (Юрмаш йылғаһы аша күперҙән Елизавета Глинка урамынаса), Шаҡша – Базилевка автомобиль юлы (М5 автомобиль юлына боролоштан Йүгереү урамына тиклем), Йүгереү урамы, Жилино-Базилевка юлы (Йүгереү урамынан психиатрия дауаханаһына ингән ергәсә) һәм Федоровка – Йылҡыбай автомобиль юлы (Елизавета Глинка урамынан Комаринская, 6, к.2-гә тиклем), Ландшафт урамы (Нуғай шоссеһынан Межевая урамынаса).
Юлсылар ыңғай һауа торошо урынлашыу менән яҙын объекттарға сығасаҡ.
Фото: ufacitynews.ru.