Ошо көндәрҙә Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Эльдар Вәлидов үткән йылға йомғаҡ яһаны һәм быйылға ҡуйылған пландар тураһында һөйләне.
Ҡалала «Демография» милли проектының «Спорт — тормош нигеҙе» төбәк проекты сиктәрендә төп спорт төрҙәре буйынса күнекмәләр үткәреүсе ойошмалар спорт ҡорамалдары һәм инвентарь менән йыһазландырылған. Милли проекттар сиктәрендә Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ярҙамы менән, Йәштәр йортонда матди-техник ҡорамалдар яңыртыла, капиталь ремонт үткәрелә. Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ (Росмолодеж) һәм Башҡортостан Республикаһының Йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитеты ярҙамында «Йәштәр өсөн төбәк» проекты сиктәрендә, өҫтәүенә милли проект ярҙамында "Балалар һынлы сәнғәт мәктәбен" төҙөкләндереү мөмкинлеге килеп тыуа. «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» төбәк проекты сиктәрендә «Мирас» картиналар галереяһы алдындағы майҙан танымаҫлыҡ итеп үҙгәртелә.
2024 йылда Юбилей проспекты буйлап йәйәүлеләр аллеяһының дауамын яҡшыртыу планлаштырыла.
“15 марттан яңы биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн тауыш биреү этабы башлана. Ике йыл элек ҡала хакимиәтен етәкләй башлағанда уҡ ҡаланан ситтә ятҡан биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә иғтибарҙы йүнәлтәсәкбеҙ тип белдергәйнем. Был һүҙҙән тайпылмайбыҙ. Быйыл Әмзә, Энергетик, Ташкинов ауылдарындағы майҙандарҙы тауыш биреүгә сығарасаҡбыҙ”, - тип һөйләне Эльдар Вәлидов.
Ҡала хакимиәте һөйләгән эштәрҙең күбеһе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Фото: “Красное знамя” гәзите сайтынан алынды.