Межгорье ҡалаһында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ултырышына башлап торған йәш эшҡыуарҙар пары мөрәжәғәт иткән. Улар ҡаланың Көньяҡ-Көнбайыш биҫтәһендә утын әҙерләү һәм уны артабан һатыу өсөн цех асмаҡсы.
“Утынға һорау тотороҡло булып ҡала килә. Уны йорттарҙы йылытыу, камин, мангал, мунса яғыу өсөн файҙаланалар. Утын оҙаҡ һаҡлана һәм дөрөҫ итеп һаҡлаған саҡта үҙенең үҙенсәлектәрен юғалтмай. Тимәк, уны күп итер әҙерләргә һәм йыл буйына һатырға мөмкин. Ә тағы ла был ҡалдыҡһыҙ етештереү. Онтаҡтарын, таптарын һәм башҡа ағас ҡалдыҡтарын шулай уҡ файҙаларынға һәм яғырға мөмкин”, – тине осрашыуҙа ҡатнашыусы Артем Козлов.
Козловтар ғаиләһе хакимиәткә мөрәжәғәт итеп, яраҡлы майҙанлы ер участкаһын табышыуҙа ярҙам һораны. Муниципаль милек буйынса комитет белгестәре мәсьәләне үҙ контроленә алды. Эшҡыуарҙарға төрлө яҡлы ярҙам күрһәтеләсәк.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Межгорье ҡалаһы хакимиәте.