Милли проекттар
2 Февраль 2024, 04:30

Яңауылда патриотик саралар үтәсәк

Ул совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл тулыуға арнала. 

Яңауылда патриотик саралар үтәсәкЯңауылда патриотик саралар үтәсәк
Яңауылда патриотик саралар үтәсәк

Яңауыл районында совет ғәскәрҙәрен Афғанстан Республикаһынан сығарыуға 35 йыл тулыуға арналған саралар комплексы үтәсәк. Улар “Мәғариф” милли проектының “Граждандарҙы патриотик тәрбиәләү” федераль проекты маҡсаттарына ярашлы ойошторола.

Йола буйынса, был көндө Яңауылда митинг үтәсәк. Унда Афғанстанда һәм Төньяҡ Кавказда һәләк булған яҡташтарҙы иҫкә аласаҡтар, Хәрби һәм Хеҙмәт Даны монументына, “Ҡайғылы әсә” обелискына веноктар һәм сәскәләр һаласаҡтар. Рәсми өлөштән һуң Йәштәр һарайында тантаналы концерт программаһы, бүләкләү буласаҡ.

15 февралдә Афғанстан һуғышы ветерандарын ғына түгел, ә башҡа илдәрҙә булған 30-ҙан ашыу хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан Рәсәй хәрбиҙәрен дә иҫкә аласаҡтар.  

“Хәрби-интернационалистарҙы хәтергә алыу көнөндә беҙ Афғанстанда һуғышҡандарҙы ғына түгел, ә башҡа 30-ҙан ашыу хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан 1,5 миллион рәсәйлене лә хәтергә алабыҙ. Ватаныбыҙ ситендә хәрби бурысын үтәгән яҡташтарыбыҙ тураһындағы хәтер көнө Рәсәй граждандарының патриотик аңын нығытыуға булышлыҡ итә”, – тинеләр сараны ойоштороусылар.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Яңауыл районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас