Дәүләкән районында пенсионерҙар араһында йөҙөү буйынса чемпионат үтте. Ярыштар “Демография” милли проектының “Спорт – тормош нормаһы” федераль проектына ярашлы уҙҙы. Унда 22 кеше ҡатнашты.
Дәүләкән ҡалаһының спорт турнирҙарында өлкән быуын вәкилдәренең ҡатнашыуы изге йолаға әүерелде. Ярыштар ыңғай һәм ихлас мөхиттә үтә, сөнки йөҙөүселәр өсөн иң мөһиме - еңеү түгел, ә бер-береһе менән аралашыу мөмкинлеге.
– Ярыштарҙа Дәүләкән пенсионерҙарының берҙәмлеге һәм сәләмәт тормош алып барыуы еңде. Еңеүселәргә миҙалдар, грамоталар һәм бассейнға йөрөү өсөн абонементтар тапшырылды. Оло быуын вәкилдәре өсөн үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашыу һорауҙары буйынса ҡаланың ветерандар советына мөрәжәғәт итергә кәрәк, – тип хәбәр итә сараны ойоштороусылар.
Билдәле булыуынса, "Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: национальныепроекты.рф