Уҙған йылда 145 күп фатирлы йорт дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйылған.
– Башҡортостан биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү сиктәрендә төҙөлөүен дауам итә. Бөгөн күп фатирлы йорт һәм уның составына ингән объекттар биләгән ер биләмәһен участканың урынлашыу схемаһы нигеҙендә төҙөргә мөмкин. Был документты әҙерләү территорияны межалау проектына ҡарағанда күпкә еңелерәк. Схема раҫланғанға тиклем йәмәғәт фекер алышыуҙары йәки йәмәғәт тыңлауҙары үтергә тейеш, – тип аңлатты БР буйынса Росреестр идаралығы етәксеһе Петр Клец.
Күп фатирлы йорттарҙы кадастр иҫәбенә ҡуйыу тураһында ғаризаларҙы объектты файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт биреү менән шөғөлләнгән органдар бирә.
– Республикала төҙөлөш күләмдәре тотороҡло үҫә, шулай уҡ төҙөлөп ятҡан йорттарҙа күсемһеҙ милек һатып алыуға ҡыҙыҡһыныу арта. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса төбәктә 3,3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был “Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү” программаһына һәм “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Торлаҡ” төбәк проектына ярашлы башҡарыла, – тип билдәләне төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.
Билдәле булыуынса, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: iglino.bashkortostan.ru