Милли проекттар
4 Февраль 2024, 07:30

Төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәргә – интернет

Элемтә инфраструктураһы мөмкинлектәре киңәйә.

Төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәргә – интернетТөпкөл ауылдарҙа йәшәүселәргә – интернет
Төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәргә – интернет

Сухоречка, Ҡуянтау, Күгәрсен, Кәпәй-Ҡобау ауылдары халҡы юғары тиҙлектәге интернет һәм мобиль элемтәнән ҡуллана башланы.  Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, халыҡ аҙ йәшәгән, төпкөл пункттарҙа элемтә инфраструктураһын үҫтереү “Һанлы иҡтисад” милли проектының төп бурыстарының береһе булып тора.

Хәҙер урындағы халыҡҡа заманса сервистар тулыһынса асыҡ. Әйткәндәй, интернет үткәрелгәндән һуң уртаса мәғлүмәт тапшырыу тиҙлеге секундына 60 мбит тәшкил итә. Шуныһы ҡыҙыҡ: яңы абоненттар араһында телефондан һөйләшеү буйынса Кәпәй-Ҡобау ауылы халҡы алдынғылыҡты бирмәгән. Ғинуарҙың өс аҙнаһында улар мең сәғәттән ашыу мобиль элемтә менән ҡулланған.

“Республика ауылдары өсөн элемтә инфраструктураһы мөмкинлектәрен киңәйтеү бик әһәмиәтле. Интернеттың яҡшы тиҙлеге төпкөл һәм бәләкәй территорияларҙа йәшәүселәргә селтәрҙе тулыһынса файҙаланырға – электрон ресурстарға, уҡыу һәм эш платформаларына инеү мөмкинлеген бирә, ә эшҡыуарҙар үҙ бизнесының сиктәрен киңәйтә ала”, – тип һөйләне республика дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин.

Билдәле булыуынса, "Һанлы иҡтисад” (национальный проект “Цифровая экономика”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: bashkortostan.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас