Милли проекттар
5 Февраль 2024, 07:30

Фельдшерҙар уңайлы шарттарҙа эшләйәсәк

Тәүге медицина ярҙамын ФАП мөдире Гөлсинә Әхмәтйәнова һәм шәфҡәт туташы Гөлнур Ғәлина күрһәтәсәк.

Фельдшерҙар уңайлы шарттарҙа эшләйәсәкФельдшерҙар уңайлы шарттарҙа эшләйәсәк
Фельдшерҙар уңайлы шарттарҙа эшләйәсәк

Яңы йыл Учалы районының Ҡунаҡбай һәм Мәҫкәү ауылдары халҡы өсөн уңышлы башланды. Бер юлы ике фельдшер-акушерлыҡ пунктының асылыуы ауылда ысын мәғәнәһендә байрам бит ул.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы төҙөлгән медицина учреждениелары функциональ, уңайлы кабинеттар, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Ҡунаҡбайҙарға тәүге медицина ярҙамын ФАП мөдире Гөлсинә Әхмәтйәнова һәм шәфҡәт туташы Гөлнур Ғәлина күрһәтәсәк. Уларҙың хеҙмәт стажы ҙур, икеһе лә тәжрибәле медицина хеҙмәткәрҙәре. Мәҫкәү мобиль пункты мөдире Гөлдәр Шакированың хеҙмәт стажы 37 йыл тәшкил итә. Медицина хеҙмәткәрҙәре хәҙер яңы шарттарҙа халыҡты ҡабул итәсәк.

–Хәҙер ауыл халҡы сифатлы медицина ярҙамын йәшәгән урындарында аласаҡ. Шулай уҡ бында диспансерлаштырыу үтергә, прививка яһатырға, дарыу препараттары һатып алырға мөмкин. Электрокардиограмма яһатыу мөмкинлеге  һәм артабан дистанциянан тороп республика кардиология үҙәге белгесенән консультация  алыу мөмкинлеге лә бар, – тип билдәләне Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Эльдар Ҡолгилдин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямам шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото: https://vk.com/uchcgb

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас