Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Февраль , 10:30

“Һаулыҡ ун көнлөгө” – бөтә халыҡ эше

Спорт һәм һаулыҡ ун көнлөгө Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә үтте һәм унда 2,5 миллион кеше ҡатнашты. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко әйтеүенсә, был сарала Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан, Кемерово, Мәскәү һәм Һамар өлкәләрендә халыҡтың айырыуса әүҙем ҡатнашыуы күҙәтелде.

“Сарала федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары 15 меңдән ашыу физик культура ярыштары ойошторҙо, улар иҫәбендә ғаилә старттары һәм эстафеталары ла булды”, – тине Дмитрий Чернышенко.

Башҡортостанда ошо ун көнлөк барышында 500-ҙән ашыу физкультура сараһы үткәрелде. Спорт министры Руслан Хәбибов билдәләүенсә, уларҙы ойоштороуҙа муниципалитеттар әүҙем эш күрһәтте. Ул Әлшәй, Архангель, Бәләбәй райондарын айырым билдәләне.

Спорт һәм һаулыҡ ун көнлөгө һәр йыл башында “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) сиктәрендәге “Спорт – тормош нормаһы” федераль проектына ярашлы уҙғарыла. Белеүебеҙсә, милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы тормошҡа ашырылып килә. 

Фото: “Башинформ”.  

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: