Милли проекттар
7 Февраль 2024, 06:30

Балаларға яңы мөмкинлектәр асыла

Ишембай районының Васильевка ауылы мәктәбе физика, химия һәм биология буйынса ноутбуктар һәм һанлы лаборатория комплекттары менән йыһазландырылған.

Балаларға яңы мөмкинлектәр асылаБалаларға яңы мөмкинлектәр асыла
Балаларға яңы мөмкинлектәр асыла

“Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проекты сиктәрендә Ишембай районының Васильевка ауылы мәктәбе физика, химия һәм биология буйынса ноутбуктар һәм һанлы лаборатория комплекттары менән йыһазландырылған.

Һанлы лабораториялар – мәктәптәрҙәге тәбиғи-ғилми лабораторияларҙың яңы быуыны. Улар мәғлүмәттәрҙе автоматлаштырылған йыйыуҙы һәм эшкәртеүҙе тәьмин итә, эксперимент барышын графика, таблица, прибор күрһәткестәре рәүешендә сағылдырырға мөмкинлек бирә. Үткәрелгән эксперименттар ваҡыттың реаль масштабында һаҡланыуы һәм бер үк ваҡытта уларҙың видеояҙмаһы менән тергеҙелеүе мөмкин.

“Киләсәктә ҡунаҡта” дәресендә уҡытыусы уҡыусыларҙы физика буйынса һанлы лаборатория мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Бишенсе класс уҡыусылары үҙҙәре һауа һәм һыу температураһын үлсәп ҡарай алды, ноутбук экранында температураның нисек үҙгәреүен күрҙе. “Йәш биолог” түңәрәге дәрестәрендә һанлы микроскоп файҙаланып, “Орлоҡтарҙың төҙөлөшөн өйрәнеү” тигән лаборатор эш үткәрҙеләр.

"Ауылыбыҙҙа “Үҫеш нөктәһе” үҙәген булдырыу – алға табан, киләсәккә ҙур аҙым. Инновацион майҙансыҡ эшләгән осорҙа уҡыусыларыбыҙҙың тормошо һиҙелерлек үҙгәрә, тип тулы ышаныс менән әйтергә мөмкин. Уларҙың заманса ҡорамалдар ярҙамында фән серҙәренә төшөнөү һәм яңы технологияларҙы үҙләштереү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Үҙәк балаларҙың яратҡан урынына әүерелде. Һәр балаға йүнәлеш бар – үҙенең "үҫеш нөктәһе"н табырға һәм иң ҡыйыу хыялдарын тормошҡа ашырып, уға ҡыҙыҡлы йүнәлештә үҫешергә", – тип билдәләй Васильевка ауылы мәктәбе уҡытыусылары.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Ишембай районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас