Милли проекттар
8 Февраль 2024, 05:30

Был урам кешеләренән өлгө алырлыҡ

Иглин районында йәшәүселәр Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнаша. 

Был урам кешеләренән өлгө алырлыҡБыл урам кешеләренән өлгө алырлыҡ
Был урам кешеләренән өлгө алырлыҡ

Иглин ҡасабаһындағы яңы биҫтәнең Григорьев урамында йәшәүселәр Ғаилә йылын Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү республика проектында ҡатнашыуҙан башларға ҡарар итте. Проект "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырыла.  Ауылдаштар күптән инде үҙ урамында яҡшы юл булыуы тураһында хыяллана. Ә ППМИ – республика, муниципаль берәмектәр бюджеттарының финанс ресурстарын һәм физик шәхестәр аҡсаларын берләштерергә, уларҙы социаль яҡтан әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, шул иҫәптән биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә йүнәлтергә булышлыҡ итеүсе бик яҡшы механизм.

Проекттар конкурсында ҡатнашыу сиктәрендә декабрҙә Григорьев урамы халҡы йыйылыштар үткәрҙе, унда урам буйынса өлкән кешегә ярҙам итеү өсөн инициатив төркөм һайланды, төҙөкләндереүгә иғәнәләр күләме тикшерелде һәм йомғаҡлау йыйылышында ауыл хакимиәте менән осраштылар.

Шулай уҡ урындағы халыҡ урамдарҙа байрамдар, был урамда йәшәгән ғаиләләр менән танышыу һәм уларҙы туплау өсөн саралар үткәреү башланғысын хупланы. 31 ғинуарҙа уҡ "Беҙҙең ҡул эше оҫталары" тигән тәүге сара - өлкән быуындан бәйләү буйынса оҫталыҡ дәресен үткәргәндәр. 2 февралдә "Урам көнө" иғлан ителгән һәм саф һауала бер юлы ике сара уҙған.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Иглин районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас