Милли проекттар
9 Февраль 2024, 05:30

Ҡағиҙә боҙоу асыҡланмаған

Дәүләт урман инспекторҙары республика урмандарында патруллек итә. 

Ҡағиҙә боҙоу асыҡланмағанҠағиҙә боҙоу асыҡланмаған
Ҡағиҙә боҙоу асыҡланмаған

Дәүләт урман инспекторҙары урмандарҙың торошон, уларға тәбиғи һәм антропоген факторҙарҙың йоғонтоһон билдәләү, шулай уҡ ғәмәлдәге ҡануниәт талаптарын боҙоуға юл ҡуймау маҡсатында көн һайын раҫланған маршруттар буйынса республика урмандарын күҙәтеү ойоштора. Был эште Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" төбәк проекты маҡсаттарына ярашлы үткәрә.

Патруллек барышында урмандарҙа ағымдағы янғын хәүефе баһалана, урман ҡоротҡостары һәм ауырыуҙары, дауыл, ел, тәбиғәт факторҙары йәки кеше эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә урмандарҙың зарарланыу осраҡтары асыҡлана, шулай уҡ урман йәки башҡа ҡануниәтте боҙоуҙар асыҡлана һәм бөтөрөлә.

Мәҫәлән, участка урмансыһы Мәхмүт Ҡунаҡбаев Көҙән участка урман хужалығы һәм Маҡар урмансылығы биләмәһендәге урмандарҙа сираттағы патруллек үткәрҙе. Маршруттың дөйөм оҙонлоғо 18 километр тәшкил итте, ул урман фонды биләмәһе буйлап Арлар, Искиҫәк, Ғүмәр ауылдары эргәһендә үтте. Патруллек барышында ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланмаған.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Урман хужалығы министрлығы.

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас