Милли проекттар
10 Февраль 2024, 04:30

Таштуғай йүнселе

Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Хәйбулла районы хакимиәтендә көтәләр.

Таштуғай йүнселеТаштуғай йүнселе
Таштуғай йүнселе

Хәйбулла районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. 

Район хакимиәтендә үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәтен"дә был юлы бер инвестиция проекты ҡаралды.

Таштуғай ауылынан Айрат Кинйәбаев ат спортында һәм төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Бесән әҙерләүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн Айрат яңы рулонлы пресс-йыйыусы, ҡырҡыусы һәм фронталь тейәүсе техника һатып алырға ниәтләй. «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә Айратҡа хужалығын үҫтереү өсөн ярҙам саралары тәҡдим ителде һәм уларҙы алыу шарттары менән таныштырылды.

Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Хәйбулла районы хакимиәтендә көтәләр. Аҙна һайын уҙғарылған «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/  йәки алдан түбәндәге телефондар буйынса яҙылырға:(34758) 2-12-35, 2-18-99, 8-937-320-30-40.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

Таштуғай йүнселе
Таштуғай йүнселе
Таштуғай йүнселе
Автор:Карима Усманова
Читайте нас