Милли проекттар
11 Февраль 2024, 04:30

Шыршы-Тартыш халҡына ҙур бүләк

Фельдшер-акушерлыҡ пунктына тәжрибәле, абруйлы, ҡырҡ йыллыҡ хеҙмәт стажы булған Фидалиә Хәкимова етәкселек итә.

Шыршы-Тартыш халҡына ҙур бүләкШыршы-Тартыш халҡына ҙур бүләк
Шыршы-Тартыш халҡына ҙур бүләк

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Кушнаренко районының Шыршы-Тартыш ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа индерелде. Бина заманса бөтә стандарттарға ярашлы төҙөлгән, пациенттарға медицина ярҙамы алыу өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн саҡырыу төймәһе һәм пандус бар.

Яңы бинала тәүге медицина ярҙамын 200-гә яҡын кеше йәшәгән Шыршы-Тартыш ауылы халҡы аласаҡ. Фельдшер-акушерлыҡ пунктына тәжрибәле, абруйлы, ҡырҡ йыллыҡ хеҙмәт стажы булған Фидалиә Хәкимова етәкселек итә.

–Хәҙер ауыл халҡы яңы бинала сифатлы тәүге медицина ярҙамын алыу, диспансерлаштырыу үтеү, прививка яһатыу мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ электрокардиограмма эшләтергә, дистанциянан тороп кардиолог консультацияһы алырға мөмкин буласаҡ, – тип билдәләне Кушнаренко дауаханаһының баш табибы Илдар Баҡаев.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Шыршы-Тартыш халҡына ҙур бүләк
Шыршы-Тартыш халҡына ҙур бүләк
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас