Башҡортостандағы компаниялар үҙ хеҙмәткәрҙәрен “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда”) сиктәрендә ойошторолған “Процестар фабрикаһы”на уҡырға ебәрә.
Улар иҫәбендә “Техномаш” һәм “СоюзпромПтица” компаниялары ла бар, тип хәбәр итә республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенцияларҙың төбәк үҙәге милли проекттың Башҡортостандағы саралары өҫтөндә әүҙем эшләүен дауам итә. Өс йылда улар предприятиеларҙың 1 250 хеҙмәткәрен уҡытып сығарҙы. Тренинг реаль хеҙмәт процестары аша һаҡсыл етештереү ысулдарын өйрәнергә ярҙам итә”, – ти министр урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
“Процестар фабриаһы”нда ҡатрнашыусылар сикләнгән ваҡыт арауығында билдәле һандағы деталдәрҙе йыйып өлгөрөргә тейеш. Һәр береһенә айырым “роль” бирелә: логист, клиент, цех етәксеһе, йыйыусы, сифат буйынса директор... Төрлө ысулдар һәм хаталар аша улар тейешле етештереүсәнлеккә өлгәшергә ынтыла.
Фото: “Башинформ”.