Милли проекттар
15 Февраль 2024, 03:30

Яңауылды барып күрегеҙ!

Милли проект ярҙамында Башҡортостанда ҡала мөхите яҡшы яҡҡа үҙгәрә. 

Яңауылды барып күрегеҙ!Яңауылды барып күрегеҙ!
Яңауылды барып күрегеҙ!

Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты ярҙамында биш йыл эсендә 683 йәмәғәт урыны яңыртылды. Быйыл йәнә 123 биләмәне төҙөкләндереү планлаштырыла.

Яңауыл үҙенең үҙгәрештәре менән һоҡландыра. Ҡалала “Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡалары” йәмәғәт киңлегенең яңы системаһы – Шыршы майҙаны, Сауҙа урамы, Тимер юлсылар скверы барлыҡҡа килде.

Уҙған йылдарҙа ла ҡала Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы үткәргән Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсында еңеүсе булды.

Конкурстарҙа еңеү һөҙөмтәһендә ҡаланың тарихи үҙәге үҙгәрә, ял итеү зоналары һәм заманса спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килә. Бында конкурс материалдарын әҙерләгән белгестәрҙең һәм етәкселәрҙең ныҡышмалы хеҙмәте күренә.

Сағыу проекттарҙың береһе – “Бәләкәй ҡала мәҙәниәте: Яңауыл үҙәген әүҙемләштереү”, ул балалар сәнғәт мәктәбенән алып Еңеү урамына тиклем биләмәне үҙгәртте. Хәҙер был зона матур ғына түгел, барыһы өсөн дә уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы ла.

Фото: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас