2024 йылдың 21 февралендә Ағиҙел ҡалаһы ҡала округында ир-егеттәр спорт фестивале үтәсәк. Был сара "Демография" милли проектының "Спорт – йәшәү нормаһы" федераль проекты маҡсаттарына өлгәшеү өсөн ойошторолған.
Фестивалдә ГТО нормативтарын тапшырырға теләгән, www.gto-ru сайтында теркәлгән, уникаль идентификация номеры (УИН) булған 50-нән ашыу кеше ҡатнаша. Уларҙың йәше – 20 йәштән өлкәнерәктәр. Ир-аттар үҙҙәренең көсөн, ихтыярын һәм холоҡ-фиғелен күрһәтәсәк. Барыһын да бер маҡсат берләштерәсәк – өс ҡатмарлылыҡ кимәле буйынса алтын, көмөш һәм бронза билдәһенә "Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер" нормативтарын тапшырыуға ынтылыу.
Фестиваль "Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе" өҫтәмә белем биреү муниципаль автономлы учреждениеһында Ағиҙел ҡалаһы, Спорт урамы, 4-се йорт адресы буйынса үтәсәк.
"Ағиҙелдә ҡала ир-егеттәр спорт фестивале традицион спорт сараһына әйләнде. Ир-егеттәрҙе нормативтар тапшырыуға саҡырабыҙ!”, - тип билдәләне “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер" тест үткәреү үҙәге администраторы Регина Ғабдрахманова.
Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте.