Башҡортостандың IТ-компаниялары X “Спринт”юбилей акселерация программаһында ҡатнаша һәм проекттарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә ала. Акселерация программаһын интернет-инициативаларҙы үҫтереү фонды (ФРИИ) РФ һанлы иҡтисад милли программаһының “Һанлы технологиялар” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашыра.
– “Спринт” программаһы продукт өҫтөндә өс ай тығыҙ эшләүҙән ғибәрәт, унда интернет-башланғыстарҙы үҫтереү фонды эксперттары IТ-эшләнмәләрҙе һатыуҙы арттырырға, маркетингты яйға һалырға ярҙам итә, йәғни бизнесты масштаблау һәм IT-продукттарҙы һатыу системаһын төҙөү өсөн кәрәкле идара итеү компетенцияларын формалаштырыуҙа ярҙам күрһәтә, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Ҡатнашыуға Башҡортостандың яңы коммуникацион интернет-технологиялар (НКИТ) һәм яңы дөйөм системалы программа тәьминәте (НОПО) өлкәһендә ҡарарҙар әҙерләүсе технологик компаниялары саҡырыла: контент менән идара итеү, мәғлүмәттәр эшкәртеү, онлайн-уҡытыу, берлектәге эш һәм башҡа мәсьәләләр өсөн продукттар. Төбәк компаниялары өсөн онлайн форматта ҡатнашыу мөмкинлеге бар.
Конкурс һайлап алыуында ҡатнашыуға ғаризаны 2024 йылдың 16 февраленә тиклем дистанцион рәүештә бирергә мөмкин. Акселерация программаһының старты 2024 йылдың майына планлаштырылған.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Һанлы иҡтисад” (национальный проект "Цифровая экономика") милли проектына ярашлы атҡарыла.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23030/