Милли проекттар
21 Февраль 2024, 05:30

Милли проект Башҡортостан ауылдарын төҙөкләндерә

Ауыл халҡы башҡарылған эштән ҡәнәғәт ҡалған, проект тиҙ арала, ә иң мөһиме - сифатлы тормошҡа ашырылған.

Милли проект Башҡортостан ауылдарын төҙөкләндерәМилли проект Башҡортостан ауылдарын төҙөкләндерә
Милли проект Башҡортостан ауылдарын төҙөкләндерә

Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты әүҙем тормошҡа ашырыла.

Был проект сиктәрендә 2020 йылда Шаран районының Шаран ауылында “Бер туған Звездиндар паркы” йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелде. Төҙөлгән контракттар шарттарында таштан юлдар һалынған, балалар уйын комплекстары ҡорамалдары ҡуйылған, туҡталҡа урындарына асфальт түшәлгән, сәскә түтәлдәре яһалған, яҡтыртыу элементтары ҡуйылған, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ҡуйылған һәм парк йәшелләндерелгән.

Шулай уҡ федераль проект буйынса Шаран ауылында 2023 йылда “2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең парк зонаһын төҙөкләндереү” объекты ғәмәлгә ашырылды. Башҡарылған эштәр һөҙөмтәһендә ауыл биләмәһендә тағы ла бер заманса парк барлыҡҡа килде. Бында балалар-спорт майҙансыҡтары, эскәмйәләр, фонарҙар, сүп-сар һауыттары ҡуйылған, юлдар һалынған һәм туҡталҡа ҡоролған.

Баҡалы районының Баҡалы ауылында “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты сиктәрендә йәйәүлеләр өсөн юлдар һәм асфальт-бетон япманан майҙансыҡтар ҡороу, 2021 йылда юлдар һәм тротуарҙар һалыу, видеокүҙәтеү, бәләкәй архитектура ҡоролмаларын ҡуйыу һәм йәшелләндереү буйынса эштәр башҡарылды. 2022 йылда “Көнбайыш” паркының бер өлөшө төҙөкләндерелде һәм таш япмалы аллея ҡороу, яҡтыртыу, йәшелләндереү эштәре тамамланды. 2023 йылда балалар һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарылды.

Ауыл биләмәләре халҡы башҡарылған эштән ҡәнәғәт ҡалған, проект тиҙ арала, ә иң мөһиме - сифатлы тормошҡа ашырылған.

Фото: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас