Күмертау ҡалаһында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттарына ярашлы күсмә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәрелде. Ул медицина эшмәкәрлеге өлкәһендә эшҡыуарлыҡ проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләренә арналды.
Сарала ҡатнашыусылар Ғаилә медицинаһы үҙәген ойоштороу буйынса проект етәксеһе Борис Рабцевич менән танышты. Бөгөн уның төп эшмәкәрлеге – стоматология практикаһы, шулай уҡ өҫтәмә хеҙмәттәр төрҙәрен күрһәтеү планлаштырыла. Бизнесты киңәйтеү өсөн Күмертау хакимиәте проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтергә әҙер.
Шулай уҡ беренсе йыл ғына эшләмәгән “Элит Дентал” стоматологияһында булдылар. Етәксе Константин Трапезников бинаны яңыртҡан, 2022 йылда сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға муниципаль программа сиктәрендә финанс ярҙам менән файҙаланған.
"Күмертауҙа ғаилә бизнесы айырым урын биләй. Эшлекле мөнәсәбәттәр нигеҙендә намыҫлылыҡ, ғәҙеллек, бер-береңә ярҙам итеү, эшеңә һөйөү һәм эшһөйәрлек ята. Шуға күрә эшҡыуарлыҡта тап ғаилә бизнесы тотороҡло үҫеш ала, нығый һәм дәүләт иҡтисадын үҫтереү сылбырында алыштырғыһыҙ звеноға әүерелә”, - тип билдәләнеләр Күмертау ҡалаһы хакимиәтендә.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Күмертау ҡалаһы хакимиәте.