Милли проекттар
22 Февраль 2024, 03:15

“Стимул” эшен башланы

Октябрьский ҡалаһында заманса энергия үҙәге файҙаланыуға тапшырылды. 

“Стимул” эшен башланы“Стимул” эшен башланы
“Стимул” эшен башланы

Ул тиҙ үҫә барған 33-сө биҫтәлә  Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект «Жилье и городская среда») торлаҡ төҙөлөшөн әүҙемләштереү буйынса “Стимул” федераль программаһына ярашлы төҙөлгән.

“Заманса һәм технологик яҡтан алдынғы энергия үҙәге юғары әһәмиәткә эйә. Буласаҡ торлаҡ биҫтәләре өсөн бындай инженерлыҡ инфраструктураһы уларҙың уңайлылыҡ кимәлен, халыҡтың йәшәү сифатын күтәрәсәк”, – тине республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Александр Борисов.

Ҡеүәте 40 МВт булған яңы энергия үҙәге заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, ул 150 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ майҙанын йылы менән тәьмин итергә һәләтле.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан 2019 йылдан алып “Стимул” федераль прогаммаһында әүҙем ҡатнаша һәм сафҡа индерелгән инженерлыҡ, юл инфраструктураһы объекттары һаны буйынса алдынғылар рәтендә бара.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас