Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты әүҙем тормошҡа ашырыла. Туймазы ҡалаһында проектҡа ярашлы 2025 йылда төҙөкләндереләсәк биләмәне һайлаясаҡтар.
Быйыл биләмәләрҙе һайлау буйынса тауыш биреү 15 мартта башлана һәм 2024 йылдың 30 апреленә тиклем дауам итә. Туймазы районы кешеләренә төҙөкләндереү өсөн тәҡдим ителгәндәр араһынан өс объектты һайларға кәрәк:
- Геройҙар аллеяһы эргәһендәге биләмә;
- Туймазы ҡалаһы ҡала биләмәһенең никах аллеяһы;
- Әгертамаҡ биҫтәһендә балалар һәм спорт майҙансығы;
- Ҡандра ауылында Нефтселәр аллеяһы.
Кешеләр За.Городсреда.ру порталында тауыш биреп, ошо проект сиктәрендә төҙөкләндерелгән биләмәләрҙе һайлауға туранан-тура йоғонто яһай. Объекттар өсөн Дәүләт хеҙмәттәрендә иҫәп яҙмаһы ярҙамында ғына түгел, ә ирекмәндәр ярҙамында ла тауыш бирергә мөмкин – улар быны ҡушымта аша эшләргә ярҙам итәсәк. Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы туймазыларҙың ғаризаһын ҡабул итһен өсөн тауыш биреүҙә кәмендә 32 мең кешенең ҡатнашыуы зарур.
Фото: Туймазы районы хакимиәте.