Милли проекттар
23 Февраль 2024, 06:30

“Пушкин - Рәсәйҙең бөйөк ғорурлығы!”

Иглин ауылы мәктәбендә Александр Пушкиндың ижады буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсы үтте.

“Пушкин - Рәсәйҙең бөйөк ғорурлығы!”“Пушкин - Рәсәйҙең бөйөк ғорурлығы!”
“Пушкин - Рәсәйҙең бөйөк ғорурлығы!”

Иглин районының Бесценный исемендәге Иглин ауылы мәктәбендә А.С. Пушкиндың ижады буйынса “Пушкин - Рәсәйҙең бөйөк ғорурлығы!” ғилми-тикшеренеү эштәре һәм инсценировкалар конкурсы уҙҙы.

Сараны "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә ойошторҙолар һәм Александр Пушкиндың тыуыуына 225 йыл тулыуға арнанылар.

Конкурс уҡыусыларҙа рус әҙәбиәте үҫешендә Пушкин ижадының әһәмиәтен аңлау тәрбиәләү, мәктәп уҡыусыларын нәфис әҙәбиәт уҡыуға һәм туған телгә һөйөүгә йәлеп итеү маҡсатында ойошторолдо. Унда 100-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Конкурсанттар сығыш яһау номинациялары буйынса ике төркөмгә бүленде. 1-4 класс уҡыусылары А.С.Пушкин әкиәттәре буйынса инсценировкалар әҙерләгән, 5-11 класс уҡыусылары шағирҙың ижады буйынса ғилми-тикшеренеү эштәрен тәҡдим иткән.

Инсценировкалар конкурсы йомғаҡтары буйынса Ҡарамалы мәктәбе уҡыусылары ышаныслы еңеү яуланы. Коллективта ҡатнашыусы Милана Миланович “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн” дипломы менән бүләкләнде. Икенсе урын Вакульский исемендәге Алаторка ауылы мәктәбенә бирелде. Уҡыусылар “В гостях у царя Салтана” спектаклен сәхнәләштерҙе. Өсөнсө урынды Миңйетәр мәктәбе уҡыусылары яуланы. Улар “Пушкин әкиәттәре буйынса” спектаклен күрһәтте. Был коллективта ҡатнашыусы Игорь Сергеев “Иң яҡшы ир-егет роле өсөн” наградаһы менән бүләкләнде.

“Пушкин – Рәсәйҙең бөйөк ғорурлығы!” район конкурсында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла бүләк сертификаттары тапшырылды.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Иглин районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас