“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Илеш районының Илеш ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Бығаса ауыл халҡы санитар-гигиена талаптарына яуап бирмәгән иҫке медицина пунктында медицина ярҙамы алды. Яңы бинала пациенттар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған: иркен һәм яҡты зал, ҡабул итеү, процедура кабинеттары, дарыуҙар өсөн айырым бүлмә кәрәк-яраҡтар менән йыһазландырылған.
Заманса медицина пунктына 35 йыл хеҙмәт стажы булған Глүсә Ғәббәсова етәкселек итә. Бина юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылған, республиканың медицина мәғлүмәт системаһына инеү мөмкинлеге бар, шулай уҡ Үрге Йәркәй дауаханаһы табиптары менән телемедицина консультациялары алырға була.
– Илештәрҙе яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуы менән ҡотлайым. Яңы бинала тәүге медицина-санитар ярҙамын алыу өсөн бөтә шарттар булдырылған. Ауылдаштарға һаулыҡ, именлек теләйем, – тип илештәрҙең ҡыуанысын уртаҡлашты Рәзидә Ғатауллина.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте.