Милли проекттар
25 Февраль 2024, 03:30

Биктимеровтарҙың ғаилә бизнесы

Йәй көнө бында балыҡ тоторға, урман буйлап йөрөргә, саф һауанан ләззәт алырға, бәшмәк йыйырға, дарыу үләндәре йыйырға мөмкин. 

Биктимеровтарҙың ғаилә бизнесыБиктимеровтарҙың ғаилә бизнесы
Биктимеровтарҙың ғаилә бизнесы

Тәтешле районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. 

Лиана менән Динар Биктимеровтарҙың ғаилә бизнесы - Тәтешле районында уңышлыларҙың береһе. Физкультура уҡытыусыһы, саңғы уҙыштары буйынса спорт мастерлығына кандидат Динар 17 йыл элек үҙе өсөн яуаплы һәм ҡатмарлы юлды һайлап, үҙ эшен асҡан. Тыуған ауылында уның ҙур булмаған көндәлек кәрәк-яраҡ магазины эшләй.

Бөгөн ул балыҡ үрсетеү, умартасылыҡ, транспорт хеҙмәттәре күрһәтеү, ағас эшкәртеү менән шөғөлләнә, туризм өлкәһендә лә бизнесын үҫтерә. Уның ял базаһында һәр саҡ йәнле. Йәй көнө бында балыҡ тоторға, урман буйлап йөрөргә, саф һауанан ләззәт алырға, бәшмәк йыйырға, дарыу үләндәре йыйырға мөмкин. Эшҡыуар шулай уҡ ҡышҡыһын әүҙем ял итеү хаҡында ла хәстәрлек күргән. Саңғы спортын үҙ итеүселәр өсөн прокат базаһы, яҡтыртылған трасса, күтәргес ойошторған. Шулай уҡ ҡаргиҙәрҙә һәм тюбингтарҙа йөрөргә була.

2023 йылда Динар Биктимеров өс модулле кемпинг төҙөү өсөн дәүләт ярҙамы алған. Эшҡыуар пляж йыһазландырырға һәм әүҙем ял өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алырға ниәтләй. Алты йыл элек Биктимеровтарҙың ғаилә бизнесында тағы бер йүнәлеш - эшҡыуарҙың хәләл ефете етәкләгән фермер хужалығы барлыҡҡа килгән. Һөтсөлөк-тауар фермаһының буш торған бинаһын һатып алып, уны реконструкциялауға аҡса һалынған, һыйыр малы һатып алынған.

2021 йылда крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Лиана Биктимерова ғаилә фермаһын үҫтереү буйынса грантҡа лайыҡ булған ине, дәүләт ярҙамына мал иҫәбен арттырған һәм техника һатып алған.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.

Биктимеровтарҙың ғаилә бизнесы
Биктимеровтарҙың ғаилә бизнесы
Биктимеровтарҙың ғаилә бизнесы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас